+9 °С
Облачно
Милли проекттар
4 Июня 2025, 10:48

39 кеше “Агростартап” грантын отҡан

Грант программаһы яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән һәм “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

39 кеше “Агростартап” грантын отҡан39 кеше “Агростартап” грантын отҡан
39 кеше “Агростартап” грантын отҡан

Грант программаһы яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән һәм “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Агростартап” грантына 170 кеше ғариза биргән. Улар араһынан һайлап алынған 39 кеше 1,5 миллиондан алып 7 миллионға тиклем һум аҡса аласаҡ.  

– Республикала ауыл хужалығы төрлө яҡлап үҫешкән, бәләкәй бизнестың үҙ урыны бар. Фермерҙарға, шул иҫәптән эш башлап тороусыларға ла, мөмкинлектәр күп. Грант отоусыларға проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.  

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/1011749#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас