Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бар яҡшы нәмә балаларға” төбәк проекты сиктәрендә 4-се һәм 18-се мәктәптәрҙә капиталь ремонт дауам итә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле эштәр графикка ярашлы бара. Ике мәктәптә лә әҙерлек һәм демонтаж эштәре башҡарылған.
18-се мәктәптә подряд ойошмаһы ҡыйығын, эске яҡтан диуарҙарын, уҡыу кабинеттарында түшәмдәрҙе, иҙәндәрҙе ремонтлау менән мәшғүл. Һыу үткәрелә, канализация торбалары яңыртыла.
4-се мәктәптең ҡыйығын йүнәтеү буйынса эштәр алып барыла. Тамаша һәм спорт залдары, санитар бүлмәләр ремонтлана, электр үткәрелә.
Ике мәктәп тә яңыса йыһазландырыла, белем биреү һәм тәрбиәләү саралары менән тәьмин ителә. Ремонт эштәрен финанслау (125,7 миллион һум) федераль, республика, ҡала бюджеттарынан субсидия иҫәбенә башҡарыла.
Ремонт эштәрен 2025 – 2026 уҡыу йылы башына тамамлау ҡарала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/1012102#scroll.