-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июнь 2025, 13:57

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы ремонтлана

Ремонт эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә бара. Әле 2,8 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала иҫке асфальт ҡатламын алып, юлды тигеҙләгәндәр. Подрядсылар асфальтты яңыртырға, ситтәрен нығытырға һәм юлға билдәләр һыҙырға ниәтләнә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы ремонтлана
Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы ремонтлана

Ремонт эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә бара. Әле 2,8 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала иҫке асфальт ҡатламын алып, юлды тигеҙләгәндәр. Подрядсылар асфальтты яңыртырға, ситтәрен нығытырға һәм юлға билдәләр һыҙырға ниәтләнә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Был трасса – республика транспорт селтәренең мөһим өлөшө. Ул Өфөнө төньяҡ-көнбайыш райондар менән бәйләп тора, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2025 йылда был юлдың алты участкаһында эштәр алып барыу күҙаллана. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – ун километр. Йүнәтеү эштәре Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә райондарында алып барыла. Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағында тамамлау планлаштырыла, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Быйыл милли проект сиктәрендә 280 саҡрым юлды ремонтлау ҡарала. 83 объект тәртипкә килтерелә. Улар араһында Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Белорет – Учалы – Мейәс һәм башҡа трассалар ҙа инә.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/1012053#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас