-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель 2025, 12:10

Яңы сорттар булдыралар

Башҡортостан ғалимдары селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыу һәм үҫтереүгә грант отҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңы сорттар булдыралар
Яңы сорттар булдыралар

Башҡортостан ғалимдары селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыу һәм үҫтереүгә грант отҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс сиктәрендә Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыуға һәм үҫтереүгә грант отҡан. Грантты “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы төбәктә агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Бюджеттан 60 миллион, йәғни өс йыл буйы йыл һайын егермешәр миллион һум аҡса бүленә. Грант ғалимдарға юғары уңыш биргән, климат үҙгәрештәренә, яңы биопреператтарға һәм гербицидтарға яраҡлашҡан яңы сорттарын булдырыу буйынса ҙур проекттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Эштең һөҙөмтәләре киләсәктә етештереү күләмен арттырыуға, ауыл хужалығы продукцияһы сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип хәбәр итә Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге. 

Биш йыл эсендә селекция-орлоҡсолоҡ үҙәгендә люцерна, күстерә (кострец), арышбаш (житняк), судан үләне, борсаҡтың яңы сорттары сығарылған, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙең яңы технологиялары булдырылған, юғары технологиялы ҡорамалдар алынған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/984682#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас