Бинаның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә барған эштә йөҙләгән төҙөүсе ҡатнаша, дүрт берәмек техника йәлеп ителгән, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Район үҙәгендәге яңы поликлиника көнөнә 250 кешене ҡабул итә ала. Бинаның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә.
– Йыл аҙағында алты поликлиниканы төҙөп тапшырыу планлаштырыла. Яңы медицина учреждениелары һалыу килешеү буйынса башҡарыла, подрядсы проектлауҙы, төҙөлөштө, бинаны йыһазлауҙы үҙ өҫтөнә ала, – тип билдәләй Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Әле объектта эштәр ҡайнай.
Яңы поликлиникалар шулай уҡ Благовещенда, Яңауылда, Учалыла, Асҡарҙа, Баҡалыла ла төҙөлә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/983713#scroll.