-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2025, 15:17

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау арта

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау арта
Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау арта

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылда 349 миллион доллар суммаға 666 меңдән ашыу тонна ауыл хужалығы комплексы продукцияһы экспортҡа сығарылған. Был үткән йылдағыға ҡарағанда ете процентҡа күберәк.

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора.

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһын 41 илгә экспортҡа сығара. Республикала төп экспортерҙар булып “Элеватор”, “Шишмә май һығыу заводы”, “РЕСА”, “СТАР НАФТА”, “Шишмә шәкәр заводы”, “Сервистранском” һәм башҡа компаниялар тора.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/974150#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас