-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2025, 10:48

Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны

 “Аксаков урманы” (“Лес Аксакова”) өҫтәл уйынын Артем Шахов уйлап тапҡан һәм “Хыялдар ваҡыты” уйын индустрияһы фестивалендә тәҡдим иткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны
Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны

 “Аксаков урманы” (“Лес Аксакова”) өҫтәл уйынын Артем Шахов уйлап тапҡан һәм “Хыялдар ваҡыты” уйын индустрияһы фестивалендә тәҡдим иткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының “Минең креатив бизнесым” үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.

– “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Хыялдар ваҡыты” фестивале креатив индустрияны үҫтереүгә, йәш уйлап сығарыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ул йөҙҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын, үҙмәшғүлде һәм студентты берләштерә. Был креатив индустрия өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу булғанын күрһәтә, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Уйында ҡатнашыусылар яҙыусының тормош юлы, әҙәби мираҫы тураһында мәғлүмәт ала. “Аксаков урманы” уйыңды асыҡ белдереү, башҡаларҙың фекерен иҫәпкә алыу кеүек оҫталыҡтарҙы үҫтерә.

Тёма Хайфеникс ижади псевдонимы аҫтында билдәле Артем Шахов 13 йәшенән уйындар эшләй. “Аксаков урманы” – уның дүртенсе уйыны. Өҫтәл уйындары ла китаптар кеүек үк потенциалға эйә, тип һанай йәш егет һәм проекттарын Рәсәй буйынса таратырға иҫәп тота.

– Өҫтәл уйындарын балалар ҙа, ололар ҙа ярата. Улар кешеләрҙе берләштерә, яҡындарың менән бергә күңелле ял итергә форсат бирә, – ти Артем Шахов.

Уйын индустрияһы белгестәре лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, геймдизайн, уйындар уйлап табыу, етештереү тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/969436#scroll.

Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны
Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны
Сергей Аксаков әкиәттәре буйынса өҫтәл уйыны
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас