“Башҡорт оҙон ғүмерлеге” республика проектында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Үткән йылда “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проектында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Программа “Демография” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. 2025 йылдан ул “Ғаилә” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты сиктәрендә дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проекты бер нисә йүнәлештә эшләй. Уларҙың араһында иң популяры – “Туризм”. Башҡортостан һәм сит илдәр (Беларусь, Үзбәкстан) буйлап экскурсияларҙа 56 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Оло йәштәгеләр араһында “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше лә популяр. Ул төрлө профилактик акциялар, медицина тикшереүҙәрен үҙ эсенә ала. Бындай саралар барышында табиптар 160 меңдәш ашыу кешене ҡабул иткән.
“Физик культура”, “Уҡыу”, “Ирекмәнлек”, “Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлештәрендә лә ҡатнашыусылар күп.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/965587#scroll.