Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2024 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында С.М. Киров исемендәге паркта төҙөкләндереү эштәре башланған. 2025 йылда эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дауам итә.
Паркта сифатлы яҡтыртыу ҡорамалдары, кесе архитектура формалары ҡуйыла, һәйкәл, фонтан реконструкциялана, арт-объект эшләнә.
– Ҡаланың тарихи өлөшөндә ял итеү өсөн тыныс, уңайлы урын булдырабыҙ, – ти ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Шулай уҡ 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә паркка алып барған ике урам ремонтлана. Бындай комплекслы эштәр уңайлы, хәүефһеҙ мөхит булдырырға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/967564#scroll.