2027 йылға тиклем Өфө һәм уның эргәһендә Интеллектуаль транспорт системаһы сиктәрендә тағы 114 видеокамера ҡуйыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уларҙың 38-е аварияларҙы, юлдарҙағы тотҡарлыҡтарҙы теркәй, транспорттың күп йыйылыуын билдәләй ала. Авария булғанда был ҡорамалдар транспорт сараларын да билдәләй ала. Төрлө яҡҡа боролоу механизмы уларға киңерәк зоналарҙа күҙәтеү алып барырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Был ҡорамалдарҙы ҡаланың иң күп авариялар булған юл саттарына ҡуябыҙ. Камераларҙан килгән мәғлүмәт тиҙ арала Ситуация үҙәгенә, артабан дәүләт автоинспекцияһына тапшырыла. Был оператив хеҙмәттәргә тиҙ генә эш башларға мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Өфө һәм уның эргәһендә Интеллектуаль транспорт системаһы 2022 йылдан башлап эшләй. Өс йыл эсендә 140 светофор комплексы яңыртылған, видеоаналитика эшләгән 70 камера ҡуйылған, шулай уҡ Ситуация үҙәге булдырылған.
Видеокамералар “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса ҡуйыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/955574#scroll.