+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Эшмәкәрлеген киңәйтеүгә социаль килешеү булышлыҡ иткән

Саҡмағош ауылынан эшҡыуар Фәһимә Саҙрыева килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы менән эшен киңәйтеүгә өлгәшкән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшмәкәрлеген киңәйтеүгә социаль килешеү булышлыҡ иткән
Эшмәкәрлеген киңәйтеүгә социаль килешеү булышлыҡ иткән

Саҡмағош ауылынан эшҡыуар Фәһимә Саҙрыева килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы менән эшен киңәйтеүгә өлгәшкән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнсел ҡатынға “Минең бизнесым” үҙәге офисында бизнес-план төҙөргә, кәрәкле документтар йыйырға ярҙам итәләр. Проектын уңышлы яҡлағандан һуң Фәһимә Мырҙағәли ҡыҙы заманса сигеү машинаһы ала, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– 2024 йылда республикала 28,6 мең яңы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, уларҙың 1,2 меңе социаль килешеү буйынса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы менән эш башлаған. Гранттар, социаль контракттар, башҡа ярҙам саралары республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Фәһимә Мырҙағәли ҡыҙы 2014 йылдан алып Саҡмағошта өҫкө кейем ремонтлау буйынса ҙур булмаған ателье менән етәкселек итә. Дәүләттән субсидия алыу, тәжрибә туплау уны яңы йүнәлеш буйынса эш асыуға этәрә – ул милли костюмдар тегә башлай. Киләсәктә эшҡыуар ательеһын киңәйтеп, йәштәрҙе тегеү нескәлектәренә өйрәтергә теләй.

Саҡмағошта үткән йылда “Минең бизнесым” үҙәге филиалында 170-тән ашыу бизнес-план ҡаралған, 77 социаль килешеү төҙөлгән.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә дауам итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/922798#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: