Шәхси эшҡыуар Әхсән Нәбиуллин Яңы Ҡормаш ауылында 2017 йылдан алып йүнселлек менән шөғөлләнә. Фермер ташландыҡ колхозды тергеҙеп, “Һөт ранчоһы” (“Молочное ранчо”) бренды аҫтында аҙыҡ-түлек етештерә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, 2019 йылда федераль грант аҡсаһын ҡушып 130 һауын һыйыр өсөн заманса роботлаштырылған ферма төҙөйҙәр. Крәҫтиән-фермер хужалығында барыһы 283 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Көнөнә 1,8 тонна һөт һауыла.
Әхсән Нәбиуллин рикотта, буррата, халлуми, страчателла кеүек йомшаҡ сырҙар, “Камамбер” һәм “Бри” кеүек крафт сырҙары, автор сортлы сырҙар ҙа етештерә.
Бында тәүлегенә 35 – 50 килограмм сыр эшләйҙәр. Уны Өфө ресторандарына һәм магазиндарына һаталар, ҡаты сырҙар иһә Ҡазанға, Екатеринбургҡа ла ебәрелә.
2023 йылда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Агротуризм” гранты ала. Фермала страус, шотланд тоҡомло үгеҙ, кәзәләр, венгер тоҡомло сусҡа балалары һәм башҡа экзотик хайуандар бар. Бында шулай уҡ сыр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға, крафт сырҙарын тәмләп ҡарарға була. Киләсәктә тауистар, алпакалар, локон тоҡомло һарыҡтар алырға йыйыналар. Квадроциклда йә атта, ҡышын ҡаргиҙәрҙә йөрөргә мөмкин. Магазинда үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек, шулай уҡ башҡа фермерҙарҙың ризығы ла урын алған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/926304#scroll.