+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бумала менән буяуҙар еңерме, әллә нейроселтәрҙәрме?

12 мартта Өфөлә сәнғәтте һәм технологияларҙы берләштергән ваҡиға көтөлә. “Киләсәк фабрикаһы” коворкингында рәссамдар һәм нейроселтәрҙәр өлкәһендә эксперттар батлы үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бумала менән буяуҙар еңерме, әллә нейроселтәрҙәрме?
Бумала менән буяуҙар еңерме, әллә нейроселтәрҙәрме?

12 мартта Өфөлә сәнғәтте һәм технологияларҙы берләштергән ваҡиға көтөлә. “Киләсәк фабрикаһы” коворкингында рәссамдар һәм нейроселтәрҙәр өлкәһендә эксперттар батлы үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Проект “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте һәм  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлыҡтары ярҙамында бойомға ашырыла.

– Креатив индустрияларҙы үҫтереү республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ижади эшҡыуарҙар проекттарын һәм идеяларын уңышлы тормошҡа ашырһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ, – ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе  урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала өс кешенән һәм бер лидерҙан торған ике команда ҡатнаша. Улар ижади эштәр башҡара, мәҫәлән, натуранан картина булдыра, билдәле картинаның репродукцияһын эшләй.

Оҫталығын күрһәтеүҙән тыш, ҡатнашыусылар төрлө мәсьәләләр тураһында фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша. Еңеүсе команда финалда тамашасылар тауышы менән билдәләнә.

Сара Тыныслыҡ урамы, 14, 11-се ҡат адресы буйынса ойошторола. 15. 00 сәғәттә башлана. Программа менән  ошо һылтанма аша танышырға мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/955536#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: