”Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бар яҡшы нәмәләр балаларға” төбәк проекты сиктәрендә Өфөлә 4-се һәм 18-се мәктәптәргә капиталь ремеонт яһау планлаштырыла. Был маҡсатҡа федераль, республика һәм ҡала ҡаҙналарынан 125,7 миллион һум күләмендә субсидиялар бүленгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
4-се мәктәптә тамаша һәм спорт залдарын яңыртыу, йылылыҡ системаһын һәм санузелды алмаштырыу ҡарала.
18-се мәктәптең ҡыйығы, фасады, уҡыу кластары, коридорҙар һәм башҡа бүлмәләр йүнәтелә. Бынан тыш, йылылыҡ, вентиляция, һыу, канализация селтәрҙәре кеүек инженер коммуникациялары ла капиталь ремонтлана.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо арала ремонт эштәрен башҡарыу өсөн муниципаль килешеүҙәр планлаштырыла. Объекттарҙы ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә әҙерлек эштәре лә алып барыла.
Йүнәтеү эштәрен 2025-2026 уҡыу йылы башына тамамларға йыйыналар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/950241#scroll.