-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2025, 11:45

Тәбиғи ризыҡты яраталар

 “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Йәрмәкәй районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үткәрелеп тора. Талдыболаҡ ауылынан Айгөл Кущева һыйыр һәм һарыҡ малын үрсетеү буйынса проектын тәҡдим итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәбиғи ризыҡты яраталар
Тәбиғи ризыҡты яраталар

 “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Йәрмәкәй районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үткәрелеп тора. Талдыболаҡ ауылынан Айгөл Кущева һыйыр һәм һарыҡ малын үрсетеү буйынса проектын тәҡдим итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ауыл бәләкәй, төпкөлдә урынлашҡан. Айгөл Кущева шәхси ярҙамсыл хужалығында һыйыр һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Ҡаймағын, һөтөн, эремсеген һата. Эшен киңәйтер өсөн быҙауҙар һәм һарыҡтар алырға, киләсәктә йөн һәм ит һатырға йыйына.

“Кешеләр тәбиғи ризыҡты өҫтөн күрә. Районда даими һатып алыусыларым бар. Һөт ризыҡтарын һораусылар һаны артҡандан-арта, шуға ла эшемде киңәйтеү мәсьәләһе килеп тыуҙы”, – ти йүнсел ҡатын.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыға адреслы социаль ярҙам алыу программаһында ҡатнашыу өсөн  Республика мәшғүллек үҙәгенең территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителде, тип хәбәр итә  Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/948885#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас