-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2025, 17:23

Хеҙмәт яратҡан ғаилә

Дүртөйлө районында күп балалы Ғарифуллиндар ғаиләһенә торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Хеҙмәт яратҡан ғаилә
Хеҙмәт яратҡан ғаилә

Дүртөйлө районында күп балалы Ғарифуллиндар ғаиләһенә торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Документ “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһында ҡатнашҡан йәш, күп балалы Ғарифуллиндар ғаиләһенә тапшырылды, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Күп балалы ғаиләләргә төрлө ярҙам күрһәтеү “Ғаилә” милли проектының бер маҡсаты булып тора.

Ғарифуллиндар – бик тырыш ғаилә. Өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бройлер тауыҡтары  үрсетеп һаталар. Бер-береһен аңлап, ярҙам күрһәтеп, хөрмәт итеп йәшәгән татыу, уңған ғаиләгә яңы йортта ла ҡыуанып, бәхетле йәшәргә насип булыр, Аллаһ бойорһа.  

 “Ғарифуллиндар кеүек хеҙмәт яратҡан ғаиләләргә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт программалары ярҙам күрһәтергә мөмкинлек биреүенә бик шатбыҙ”, – ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/947594#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас