Интерактив этно-уйын геймерҙарҙы башҡорт мифологияһы һәм республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштыра.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Заманса кампустар селтәре булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы Башҡортостан энтузиастары командаһы Heart of Ural (“Урал йөрәге”) компьютер уйыны эшләй, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Проект Вуз-ара студент кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты тарафынан бойомға ашырыла. Интерактив этно-уйын геймерҙарҙы башҡорт мифологияһы һәм республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштыра.
Төп героиня – башҡорт ҡыҙы. Ул сюжет буйынса мифтар һәм легендалар буйлап сәйәхәт итә. Уйынды эшләүселәр әйтеүенсә, заманса аранжировка эшләнгән халыҡ көйҙәре киң ҡулланыла.
Өфө фән һәм технологиялар университетының спорт программалауы, алгоритмик робототехника, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге директоры Святослав Пегов әйтеүенсә, уйында һәр локация башҡорт халҡы өсөн көс һәм дәрт бирә торған урын булып тора. Уйында Башҡортостанда ысынбарлыҡта булған урындар (мәҫәлән, Шүлгәнташ) ҙа, мифик ерҙәр (Самрауҙың мөғжизәле һарайы) ҙә бар.
Уйынсыларҙы дейеүҙәр һәм ҡара көстәр менән көрәш көтә. Проектты булдырыуҙа студенттар ҡатнаша.
Авторҙар популяр Undertale уйыны стилистикаһын һайлай. Ул ун йыл дауамында көнүҙәклеген юғалтмай. Уңыш өсөн уйындың “йәне” булыу мөһим, ти эшләүселәр.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/945808#scroll.