-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2025, 09:52

Перспективалы проект

Башҡортостан ғалимдары литий аккумуляторҙарының яңы типтарын етештереү технологияларын эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан ғалимдары литий аккумуляторҙарының яңы типтарын етештереү технологияларын эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге”нең Химия институты электрохимия энергетикаһы бүлеге ғалимдары тикшереүҙәр үткәрә. Улар яңы тип аккумуляторҙар эшләүгә йүнәлтелгән. Эштәр “Яңы материалдар һәм химия” милли проекты  маҡсаттарына ярашлы ойошторола.

Литий-ион аккумуляторҙары хәҙерге заманда энергия һаҡлау системаларында һәм электр транспортында киң ҡулланыла. Рәсәйҙә бындай аккумуляторҙар аҙ күләмдә етештерелә, шуға ла йыш ҡына сит илдән килгәндәре ҡулланыла.

Лаборатория етәксеһе Елена Кузьмина билдәләүенсә, аккумуляторҙар ерҙә һәм һауалағы электр транспорты, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) өсөн тәғәйенләнгән.

Литий һәм литий-ион аккумуляторҙары етештереү технологияһын эшләү ил өсөн перспективалы проект булып тора.

2021 йылда Химия институты “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә “Электрохимия энергетикаһы өсөн яңы материалдар” йәштәр лабораторияһы булдырыуға грант ала. Дәүләт заданиеһын үтәү буйынса йыллыҡ финанслау 15 миллион һум тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/937979#scroll.

  

Перспективалы проект
Перспективалы проект
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас