-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2025, 17:03

Ленин исемендәге парк реконструкциялана

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, паркты яңыртыу өсөн Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүҙә 44,5 мең кеше тауыш бирә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ленин исемендәге парк реконструкциялана
Ленин исемендәге парк реконструкциялана

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, паркты яңыртыу өсөн Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүҙә 44,5 мең кеше тауыш бирә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Быйыл Өфөлә Ленин исемендәге парк төҙөкләндерелә. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса алып барыла.

Бында яңы асфальт һалыу, инженер селтәрҙәрен алмаштырыу, видеокүҙәтеү камералары, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ тематик һәм балалар майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары, ағастар һәм ҡыуаҡтар ҡуйыла. Объекттың ландшафт һәм план характеристикалары һаҡлана.

Әхмәтзәки Вәлиди урамы яғынан ингән ерҙә тарихи аркалар, иҫтәлекле стелалар тергеҙелә. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү хөрмәтенә стеланың нигеҙ ташы һәм БАССР-ҙың наградаларын күрһәткән дүрт стела ла урындарында ҡала.  Фонтандар ҙа ремонтланасаҡ.

Проект ике йыл дауамында бойомға ашырыла.   

Быйыл Башҡортостанда 94 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү көтөлә. Улар  “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Бының өсөн 1,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/941921#scroll. 

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас