+30 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Февраль 2025, 08:10

Спорт байрамы

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Глүс Әғзәмов иҫтәлегенә ХХIII Республика милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса фестиваль үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Спорт байрамыСпорт байрамы
Спорт байрамы

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Глүс Әғзәмов иҫтәлегенә ХХIII Республика милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса фестиваль үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы ойошторола.

Фестиваль 2007 йылда тыуған егеттәр араһында биш спорт төрө буйынса ойошторола. Улар: гер күтәреү, көрәш, армрестлинг, мас-рестлинг, арҡан тартыу. Спорт байрамында республика райондарынан һәм ҡалаларынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Дөйөм команда зачетында бөтә биш төр спорт төрө буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы йыйылма командаһы беренсе урын ала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/946307#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас