+30 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Февраль 2025, 06:17

Ейәндәре менән ярышып...

Туймазы пенсионерҙары ял көнөндә ейәндәре менән “Күңелле старт”ҡа сыҡты. Улар тағы бер тапҡыр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн йәш ҡамасау түгеллеген иҫбатланы. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ейәндәре менән ярышып...Ейәндәре менән ярышып...
Ейәндәре менән ярышып...

Туймазы пенсионерҙары ял көнөндә ейәндәре менән “Күңелле старт”ҡа сыҡты. Улар тағы бер тапҡыр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн йәш ҡамасау түгеллеген иҫбатланы.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ярыш “Олимпиец” спорт комплексында уҙҙы. Уның етәксеһе пенсионерҙарға спорт күнекмәләре үткәреү өсөн түләүһеҙ бүлмәләр бирә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Оло йәштәгеләрҙең “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә спорт сараларында ҡатнашыуы әүҙем оҙон ғүмерлеккә юл аса.

Ярышта “Ҡояшҡай”, “Огонек”, “Катюша” тип аталған өс команда ҡатнаша. Уларҙың һәр береһендә – унышар кеше.

– Беҙҙең алты ейәнебеҙ бар, икеһе бөгөн беҙҙең менән бында ярыша, – ти Дамира Байбәкова. – Беҙ төрлө командаларҙа ярыштыҡ, мин дүрт йәшлек Артем ейәнем менән бергә, ә тормош иптәшем Рафаэль Иҙрис улы алты йәшлек Данил ейәнем менән икенсе командала булды. Сара бик күңелле үтте.

Сара физкультура уҡытыусыһы Рузидә Әхтәмова башланғысы менән икенсе йыл рәттән үткәрелә.

– Балалар ҙа, олатай-өләсәйҙәр ҙә ярышты түҙемһеҙләнеп көтә, ҡыуанып ҡатнаша. Беҙҙә пенсионерҙар сит ил телдәрен дә өйрәнә, спорт, ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә, йырлай, сәйәхәт итә, – ти Рузидә Әхтәмова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/942715#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас