Проектта 50 гүзәл зат ҡатнашты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проект 2024 йылдың декабрендә башлана һәм ике ай дауам итә. Түләүһеҙ программа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын бизнес алып барыу серҙәренә өйрәтеүгә, шулай уҡ Республика йәштәр психологик үҙәге белгестәренән ярҙам алыуға һәм реабилитацияға йүнәлтелде, ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырылды, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Программа ҡатын-ҡыҙҙарға уңышлы бизнес алып барырға шарттар булдырыу өсөн кәрәк. Унда уҡыу, коучинг, психологик ярҙам кеүек саралар индерелгән. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла эшен үҫтереүҙә уңыштар теләйем, ә Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм “Минең бизнесым” үҙәге “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә һеҙҙең бизнес-идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер, – ти БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
«СВОй Женский Бизнес» программаһы сиктәрендә 168 белем биреү сараһы үткәрелә, унда 13 эксперт ҡатнаша. Шулай уҡ Республика йәштәр психологик үҙәгендә психологтар менән 100-ҙән ашыу сәғәт шәхси консультация үткәрелә.
Финалға ун ҡатнашыусы сыға. Еңеүсе Айгөл Сафиуллина – Ағиҙел ҡалаһынан, ул ҡатын-ҡыҙҙар кейеме етештереү проекты тәҡдим итә. Икенсе урынға Учалы ҡалаһынан Вилә Юлдыбаева сыға, уның проекты дөрөҫ туҡланыу ризыҡтарын ташыу менән бәйле. Өсөнсө урынды автор биҙәүестәре эшләгән Светлана Еремеева һәм гравировкалы әйберҙәр яһаусы Наҙгөл Михайлова ала.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, сертификатҡа һәм иҫтәлекле бүләккә эйә була, ә еңеүселәр бизнес-идеяһын үҫтереү өсөн ярҙам ала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/940560#scroll.