2025 йылда илдә яңы “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты эш башланы. Проекттың “Ауыл хужалығында кадрҙар” инициативаһының маҡсаты – 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кадрҙар менән 95 процентҡа тиклем тәьмин итергә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылда төбәктең агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү төбәк программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алыусыларҙы һайлап алыу үтә. Конкурста 101 йәш ауыл хужалығы белгесе ҡатнаша. Уларҙың 70-е тиҙҙән төбәк ҡаҙнаһынан аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Бөгөн төбәктең ауыл хужалығы кадрҙарына һорау юғары. Яҡшы белгестәр өсөн көрәш бара. Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү төбәк программаһы предприятиеларға кәрәкле белгестәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Һайлау үткән белгестәрҙең барыһы ла республика агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләй. Улар 750 мең һум аҡса аласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/941244#scroll.