+30 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Февраля 2025, 10:22

Ташҡын мәлендә БПЛА ҡулланыла

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Башҡортостанда ташҡынды билдәләү өсөн беспилотниктар ҡулланалар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ташҡын мәлендә БПЛА ҡулланылаТашҡын мәлендә БПЛА ҡулланыла
Ташҡын мәлендә БПЛА ҡулланыла

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Башҡортостанда ташҡынды билдәләү өсөн беспилотниктар ҡулланалар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2024 йылда 313 ҡала, ауыл, ҡасабала һыу ташыуы күҙәтелгән. Май айына торлаҡ йорттарҙы, юл инфраструктураһын, социаль өлкә объекттарын, күперҙәрҙе һыу баҫҡан 144 осраҡ теркәлгән.

Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәттәре яҙғы ташҡын мәлендә заманса технологиялар ҡулланырға әҙерләнә.  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов белдереүенсә, боҙ китеүен, ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын әүҙем ҡулланыу планлаштырыла.

– Һыу кимәлен пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтеү Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшендә бик ярҙам итә. Уларҙы ҡулланыу ҡотҡарыусыларға һауанан үҙгәрештәрҙе оператив рәүештә күреп ҡалырға һәм ярҙам күрһәтеү ваҡытын тиҙләтергә  мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостан сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/937459#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас