Өфөлә үткән Башҡортостан отельерҙарының беренсе форумына 200-ҙән ашыу ҡунаҡхана бизнесы, туроператорҙар һәм тармаҡ эксперттары вәкиле йыйылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Форумда ҡатнашыусылар ҡунаҡхана эшендәге көнүҙәк мәсьәләләр һәм төп һорауҙар, уны үҫтереү мөмкинлеге траһында һөйләште, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Форум программаһында панель дискуссиялар, был өлкәлә эшләгән эксперттарҙың оҫталыҡ дәрестәре, сығыштары ҡаралған. Спикерҙар ҡунаҡхана бизнесында заманса технологиялар, персонал менән идара итеү ысулдары, туристарҙы йәлеп итеү стратегияһы тураһында һөйләй. Ҡатнашыусылар практик кәңәштәр ала.
Ҡунаҡхана бизнесында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡунаҡтарҙы ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙе лә хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау мәсьәләләре ҡарала.
Ҡатнашыусылар форумдың файҙалы, ҡыҙыҡлы үтеүен билдәләй. Ошондай формат һәр кемгә үҙ фекере менән уртаҡлашырға, һорауын бирергә, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, ти ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәре.
Сара “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/935245#scroll.