+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
7 Февраль , 15:18

Яугир иҫтәлегенә

Үрге Тәтешлелә “Планета СПОРТ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Зөфәр Атнабаев иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яугир иҫтәлегенә
Яугир иҫтәлегенә

Үрге Тәтешлелә “Планета СПОРТ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Зөфәр Атнабаев иҫтәлегенә волейбол турниры үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара “Физик культура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.

Сара юғары кимәлдә, күңелле үтте, ҡатнашыусылар оҫталығын, командаларының татыулығын, был спорт төрөнә һөйөүен күрһәтте, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Тамашасылар ҙа яратҡан командалары менән бер булып, улар өсөн “көйөп” ултыра. Еңеүселәр, призерҙар диплом һәм миҙал менән бүләкләнә.

“Зөфәр һәр саҡ спорт менән мауыҡты, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы. Был сара уның хаҡында хәтерҙе яңыртып ҡына ҡалмай, йәш быуынды спорт менән шөғөлләнергә илһамландыра”, – ти Зөфәр Атнабаевтың атаһы Мәғдән Атнабаев.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/933547#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: