Йәрмәкәй районында үҙ эшен асырға теләгәндәр күп.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Үҙмәшғүлдәргә ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Үҙ эшен асыусылар өсөн районда “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре үткәрелә, “Йәрмәкәй районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһы, башҡа ярҙам саралары бар, тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Был ярҙам саралары үҙмәшғүлдәргә бизнес алып барыуҙы еңеләйтә, хәҙерге баҙар шарттарына яраҡлашырға булыша. Үҙмәшғүлдәр өсөн финанс ярҙам ғына түгел, мәғлүмәт-консультация ярҙамы алыу мөмкинлеге лә бар, – ти бизнес-шериф Эльвира Мирғәсимова.
2025 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәт буйынса, үҙмәшғүл граждандар һаны 774-кә еткән. Был һан 2020 йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда һигеҙ тапҡыр күберәк, унда 93 кеше үҙмәшғүл булып теркәлгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/929149#scroll.