+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
6 Февраль , 17:20

“Агростартап” ярҙам итә

Башҡортостанда 2019 – 2024 йылдарҙа 333 яңы эш башлаған фермер «Агростартап» грантын алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Агростартап” ярҙам итә
“Агростартап” ярҙам итә

Башҡортостанда 2019 – 2024 йылдарҙа 333 яңы эш башлаған фермер «Агростартап» грантын алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ ит еү” милли проектының ”Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1 миллиард 39 миллион һумдан ашыу күләмдә дәүләт ярҙамы бүленгән.

“Агростартап” программаһы күптәргә агросәнәғәт комплексында эш башларға ярҙам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала фермер хужалыҡтары башлыса үҫемлекселек продукцияһы етештереүгә махсуслаша – уларҙың өлөшө 71,5 процент тәшкил итә. Фермерҙар республикала етештерелгән игендең – 36, көнбағыштың – 32, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 22, картуфтың һәм йәшелсәнең – 6,5, иттең – 5,7, һөттөң 11 процентын етештерә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/932500#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: