Дүртөйлө районының Түрбейек ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт йорто төҙөлөп бөттө.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ауыл халҡы заманса мәҙәниәт усағы асылыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Үҙешмәкәр артистарға клубта ижад менән шөғөлләнеү өсөн бар шарттар булдырылған, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мәҙәниәт йорто заманса йыһазландырылған. Яҡтыртыу, акустика системалары, компьютер, ноутбук, мебель ҡуйылған. Тамаша залы 100 урынға иҫәпләнгән. Кабинеттарға кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған. Балалар түңәрәктәрен ойоштороу өсөн дә шарттар яҡшы.
– Хәҙер ауыл менән йыйылыр, байрамдар, концерттар ойошторор, аралашыр өсөн уңайлы, яҡты урыныбыҙ бар. Балаларға ла ижад менән шөғөлләнергә шарттар булыуы бигерәк ҡыуандыра. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Түрбейектә йәшәүсе Алевтина Аксаева.
2025 йылдың 1 ғинуарынан милли проекттарҙың яңы циклы эш башланы. “Мәҙәниәт” милли проектын “Ғаилә” алмаштырҙы. Яңы милли проектҡа ингән “Ғаилә өсөн мәҙәниәт” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре” федераль проекттары әүҙем ял итеүҙе, ижади үҫеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/927872#scroll.