Ҡариҙел районында яңы ФАП төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡариҙел районының Сөләймән ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пунктын монтажлау эштәре бара. Бина һалынған, әле унда коммуникациялар үткәрәләр, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Быйылғы йылдан ФАП-тар “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһы буйынса һалына.
Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
– ФАП-тың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ул Сөләймән, Торна ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Был ауылдарҙа 230-ҙан ашыу кеше йәшәй, – ти фельдшер Фирүзә Ғәлләмова. Ул медицина өлкәһендә 49 йыл эшләгән.
2025 йылдан алып республикала “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты эшләй башланы, ул 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем күтәреүгә йүнәлтелгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/931995#scroll.