Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль , 17:21

Ҡәҙерле ҡомартҡылар

Туймазы районының Серафимовка ауылында Мәҙинә Тимербаева үҙ ихатаһында музей ойоштора. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡәҙерле ҡомартҡылар
Ҡәҙерле ҡомартҡылар

 

Туймазы районының Серафимовка ауылында Мәҙинә Тимербаева үҙ ихатаһында музей ойоштора.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Мәҙәни мираҫты һаҡлау, шәхси музейҙар асыу “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә өсөн мәҙәниәт” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Музейҙа беҙҙең атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр йәшәгән йорттоң интерьеры булдырылған. Сигелгән мендәрҙәр, һуғылған балаҫтар, тимер карауат, сағыу ашъяулыҡ, етен таҫтамалдар, СССР заманындағы һауыт-һаба... Мөйөштә Мәҙинә ханымдың олатаһы үҙ ҡулдары менән эшләгән буфет урын алған. Төп экспонаттарҙың береһе – 1962 йылда, хужабикәнең тыуған көнөндә атаһы һатып алған самауыр.

– Боронғо әйберҙәргә һәр саҡ иғтибарлы инем. Атай-әсәйемдең өйөндә һәр снтиметрҙа раритет булғанын күреп, ихатала музей ойошторорға булдым, – ти Мәҙинә Тимербаева.  

Күршеләре, таныштары ла музейҙы тулыландырырға ярҙам итә. Көндәр йылытҡас, бында бигерәк күңелле булыр, тип уйҙары менән бүлешә хужабикә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/920211#scroll.

Ҡәҙерле ҡомартҡылар
Ҡәҙерле ҡомартҡылар
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: