Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 94 йәмәғәт урынын яңыртыу планлаштырыла. Бының өсөн 1,2 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҙур объекттар араһында – Өфөләге Ление паркы, Стәрлетамаҡтағы Киров исемендәге паркы, Салауаттағы Космонавтар бульвары бар. Шулай уҡ Октябрьскийҙағы Еңеү паркын, Күмертауҙағы иҫке быуа янындағы майҙанды, Сибайҙағы Сармат биҫтәһендәге биләмәне, Межгорьелағы Башлап үтеүселәр скверын, Ишембайҙағы Ленин проспекты буйлап аллеяны яңыртыу ҙа ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/932026#scroll.