Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль , 14:24

Һунарсылар имтихан бирәсәк

Һунар менән шөғөлләнеүселәр өсөн талаптар ҡатылана бара. 2025 йылдың 1 сентябренән һунарсы билеты алыу өсөн мотлаҡ имтихан индерелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һунарсылар имтихан бирәсәк
Һунарсылар имтихан бирәсәк

Һунар менән шөғөлләнеүселәр өсөн талаптар ҡатылана бара. 2025 йылдың 1 сентябренән һунарсы билеты алыу өсөн мотлаҡ имтихан индерелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Һунарсының хәүефһеҙлек талаптарын, сикләүҙәрҙе белеү кеүек теоретик белеме, шулай уҡ ҡорал менән хәүефһеҙ эшләй алыу, урын-ерҙе билдәләү, табыш менән эшләү кеүек практик оҫталығы ла тикшерелә. Был яңылыҡтар “Экологик именлек” милли проекты бурыстарына тап килә, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Һунарсыларҙың белемен тикшереү уларҙың яуаплылыҡ кимәлен арттырыуға мөмкинлек бирә, шулай уҡ һунарҙы хәүефһеҙ һәм экологик йүнәлешле итергә булышлыҡ итә. Әле республикала 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән. Ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе иғтибарлы өйрәнеү һәм уларҙы тотоу мөһим, – ти Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры  Нияз Фазылов.   

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/921986#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: