Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль , 12:44

Һәр замандың – үҙ геройы

Салауат ҡалаһы балалар музыка мәктәбендә “Ватанды яратырға геройҙарҙан өйрән” тип аталған сара үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һәр замандың – үҙ геройы
Һәр замандың – үҙ геройы

Салауат ҡалаһы балалар музыка мәктәбендә “Ватанды яратырға геройҙарҙан өйрән” тип аталған сара үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ул Ватаныбыҙ тарихының героик биттәренә, яҡташ геройҙарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала. Сара Тыуған иле өсөн көрәшкән һәр кемдең еңеүенә хөрмәт күрһәтә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сара “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үтә.

Балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары Рәлиә Бүләкҡолова, Анна Смирнова, тауыш режиссеры Данил Матвеев лекция-концерт әҙерләй һәм үткәрә.

“Һәр замандың үҙ геройы була. Бындай саралар йәш быуынға ата-бабалар ҡаһарманлығын аңларға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Патриотик рух, тыуған илең тарихына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү өсөн был бик мөһим”, – ти балалар музыка мәктәбе директорының уҡыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары Светлана Мостафина.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/929165#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: