БР Юл-транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 212 саҡрым юл, 199 погонлы метр оҙонлоғонда өс ҡоролма тәртипкә килтерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– 2024 йылда республиканың юл фонды 33 миллиард һум тәшкил итте. Инфраструктур бюджет кредиттары ҡулланып, Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла. Үткән йылдың октябрендә Рыленко урамында һәм уның Пугачев урамы менән киҫешкән урынында, ноябрҙә Пугачев урамында Ағиҙел урамынан алып Сочи урамынаса юл хәрәкәте асылды. Был проект буйынса 2025 йылда эштәр тулыһынса тамамлана, – тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Үткән йылда ҙур объекттарҙа эштәр алып барыла. Мартта милли проект сиктәрендә Көнсығыш юлы асыла. Бөрө – Таҙтүбә – Сатка автомобиль юлы участкаларында реконструкция эштәре тамамлана. Өфөлә Шаҡша күперендә лә ремонт эштәре башҡарыла.
2025 йылда 1000 саҡрым юлда йүнәтеү эштәре планлаштырыла, 22 километр магистраль төҙөү һәм реконструкция яһау ниәтләнә. 1000-дән ашыу погонлы метр күпер һәм юл айырмаһын норматив хәлгә килтереү ҡарала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/927506#scroll.