Бөрө студенты Константин Мухачев “Молодые лица страны” конкурсында еңгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Константин Мухачев өсөнсө курста уҡый, буласаҡ биолог. Ул “Молодые лица страны” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Бөрө районы хакимиәте.
Бәйгелә илдең 19 төбәгенән 28 кеше ҡатнаша. Конкурс өс этаптан тора: эссе яҙалар, ГТО нормалары тапшыралар, ижади номер күрһәтәләр.
Сара “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторола.
Константин Мухачев эссе өсөн атай йорто темаһын алған. Сәхнәлә хип-хоп һәм брейк элементтары ҡушылған бейеү менән сығыш яһай.
Конкурсҡа ул етди әҙерләнә. Һөҙөмтәлә өс награда яулай. Рәсәй Федерацияһы вице-мистеры, Волга яны федераль округы мистеры була, тамашасылар һөйөүе призы ла уға эләгә. Хәҙер ул Белоруссияла халыҡ-ара конкурста Рәсәй исеменән сығыш яһарға әҙерләнә. Еңеп алған грантын ул ижади яҡтан үҫешеүгә һалырға уйлай.
Егет һәр саҡ тәбиғи фәндәр менән ҡыҙыҡһына, әммә нефтехимия йүнәлешен һайлай. Ул уҡыуҙа ла ал бирмәй, студент тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бейеү менән шөғөлләнә. Бөрө егете шулай уҡ факультетының “Шабаш” КВН командаһында ла ҡатнашып өлгөрә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/928485#scroll.