Ишембай ҡалаһы йәш техниктар станцияһының “Малевич” берекмәһендә уҡыусылар үҙен дизайнер булараҡ һынап ҡараны.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мин – дизайнер” тип аталған сара “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторола.
Үҙеңде ниндәйҙер һөнәрҙә һынап ҡарау уның яҡшы яҡтарын да, кәмселектәрен дә күрергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ ул үҫмерҙәргә шәхес булараҡ формалашыуҙа ла ярҙам итә. Һикһәндән ашыу уҡыусы кейемдәргә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша, быялаға рәсем яһау техникаһы менән дә таныша.
Педагог менән бергә балалар иҫке әйберҙәргә яңы һулыш өрә. Футболкалар, майкалар, джинсыҙар, шортыҙар үҙенсәлекле төҫ ала. Балалар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа дизайнер булып ала, тип хәбәр итә Ишембай районы мәғариф идаралығы.
“Һөнәр һайлағанда ул профессияла үҙеңде һынап ҡарауҙан да яҡшыраҡ ниндәй ысул булһын! Бындай саралар балаларға һөнәрҙәр тураһында етди уйланып, предметтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкинлек бирә”, – ти өҫтәмә белем биреү педагогы Маргарита Ғәлимова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/925821#scroll.