+30 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Января 2025, 05:00

“Урман әкиәттәре”

Дүртөйлө районы үҙәк китапханаһында урынлашҡан  виртуаль концерт залында бәләкәс тамашасылар йыйылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Урман әкиәттәре”“Урман әкиәттәре”
“Урман әкиәттәре”

Дүртөйлө районы үҙәк китапханаһында урынлашҡан  виртуаль концерт залында бәләкәс тамашасылар йыйылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн рус совет яҙыусыһы Николай Сладков әҫәрҙәре буйынса матур йәнһүрәттәр күрһәтелде, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә. Ул Николай Сладковтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Яҙыусының тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрен әллә нисәмә быуын балалар яратып уҡый. “Урман әкиәттәре” – хайуандар һәм үҫемлектәр тураһында мауыҡтырғыс яҙмалар, кескәйҙәргә тирә-яҡ мөхиттең бар матурлығын, күп төрлөлөгөн аса. Бәләкәстәр һәр әкиәтте мауығып, ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Дүртөйлө районы үҙәк китапханаһында виртуаль концерт залы 2024 йылдың сентябрендә “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты буйынса асыла. Хәҙер китапханала район халҡы өсөн һанлы форматта донъя мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләре менән танышыу мөмкинлеге бар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/924111#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас