Ҡариҙел районында үткән самбо буйынса ярышҡа йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Абыҙ мәктәбе нигеҙендә бындай турнир икенсе йыл рәттән үткәрелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ярыш “Физик культура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы ойошторола, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Турнирҙа Өфөнән, Асҡын, Ҡариҙел райондарынан командалар ҡатнаша.
Ауыл халҡы, атай-әсәйҙәр сағыу ярышты ҡарап кинәнә. Һәр сығыш – физик көстө, оҫталыҡты ғына түгел, ышанысты, ныҡышмаллыҡты, яратҡан эшеңә тоғролоҡто күрһәтә. Иң көслө командаларға кубоктар һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/919771#scroll.