Саҡмағош ауылы Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең “Беҙ аяҙ күк йөҙө яҡлы” тип аталған һүрәттәр күргәҙмәһе асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Күргәҙмә “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, картиналарҙа тыныс тормош, тәбиғәт, һалдаттар урын алған. Эштәрҙә балаларҙың бәхет, матурлыҡ тураһында уйҙары сағыла, улар Ер шарында тыныслыҡтың ни тиклем мөһим икәнен иҫкә төшөрә.
Һынлы сәнғәт менән музыка һәр саҡ йәнәш йөрөй. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе лә балалар сәнғәт мәктәбенең музыка бүлеге тәрбиәләнеүселәре ҡыуандыра. Баян, аккордеон, фортепиано моңдары байрамға сихрилек өҫтәй.
Сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ сара сәнғәт яратыусыларҙы берләштерә. Ҡунаҡтар картиналар менән танышып ҡына ҡалмай, йәш рәссамдарҙың оҫталығын, талантын баһалай.
“Һәр бала ҙур талантҡа эйә. Сәнғәт мәктәбенең бурысы – уны асыу, үҫтереү. Ижадҡа ынтылыш бала саҡтан килә”, – ти Саҡмағош ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Луиза Абдрахманова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/924648#scroll.