+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Ғинуар 2025, 06:00

Заманса фекерләргә өйрәнәләр

 “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылы мәктәбендә технология буйынса ижади эштәрҙе яҡлайҙар. Сара уҡыусыларҙың ижади һәм эҙләнеү потенциалын үҫтереү өсөн үҙенсәлекле майҙан булып тора, уларҙы үҙ аллылыҡҡа, мәғлүмәтте системаға һалырға өйрәтә, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Заманса фекерләргә өйрәнәләрЗаманса фекерләргә өйрәнәләр
Заманса фекерләргә өйрәнәләр

 “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылы мәктәбендә технология буйынса ижади эштәрҙе яҡлайҙар. Сара уҡыусыларҙың ижади һәм эҙләнеү потенциалын үҫтереү өсөн үҙенсәлекле майҙан булып тора, уларҙы үҙ аллылыҡҡа, мәғлүмәтте системаға һалырға өйрәтә, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Төрлө әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләү балаларға үҙен асыу, идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә, аралашырға, командала эшләргә өйрәтә.

Дәрестәрҙә ябай ғына әйберҙәр ҙә, ҡатмарлылары ла күрһәтелә. Балалар конструктив, технологик, экологик, эстетик, иҡтисади, маркетинг бурыстары менән  таныштыра. Проекттары менән таныштырып, улар иҡтисади маҡсаттары тураһында ла һөйләй, һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһай, яһаған әйберҙәрен модернизациялау тураһында фекерҙәре менән бүлешә. Уҡыусылар уҡытыусыларының һәм синыфташтарының һорауҙарына яуап бирә, фекер алыша.

“Был сара уҡыусыларҙың белемен тикшереү генә түгел, ижади фекерләргә, үҙен күрһәтергә өйрәтә, хәҙерге заманда уңышлы эшләү өсөн кәрәк булған белемдәргә эйә булыуға этәрә”, – ти мәктәп директоры Зинира Шакирова.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/923237#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас