+24 °С
Дождь
Милли проекттар
27 Января 2025, 04:51

Йәштәр өсөн – вакансиялар йәрминкәһе

Нефтекамала “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу буйынса саралар үткәрелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йәштәр өсөн – вакансиялар йәрминкәһеЙәштәр өсөн – вакансиялар йәрминкәһе
Йәштәр өсөн – вакансиялар йәрминкәһе

Нефтекамала “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу буйынса саралар үткәрелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Кадрҙар үҙәгендә үткән вакмнсиялар йәрминкәһендә йөҙҙәрсә студент ниндәй һөнәрҙәргә һорауҙар булғанын белде, эш шарттары менән танышты, тип хәбәр итә  Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Буласаҡ профессионалдарға хеҙмәт хаҡы алып производство практикаһы үтеү мөмкинлеге лә тәҡдим ителә.

Егерменән ашыу эш биреүсе студенттарға вакансиялар тәҡдим итә. Йәштәр улар менән аралашып, практика үтеү шарттары тураһында һораша, хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһына.

Нефтекама ҡалаһы “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе һәм хакимиәттең эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү бүлеге белгесе үҙ эшеңде асыу, дәүләт ярҙамы саралары, уларҙы алыу шарттары тураһында һөйләй.

– Йәштәрҙең янып торған ҡарашын күреү бик ҡыуаныслы, уларҙың уңышлы бизнес-проект төҙөү мөмкинлектәре тураһында һорауҙарына яуап биреү күңелде күтәрә. Бындай осрашыуҙарҙың эш биреүселәргә лә, эҙләүселәргә лә бик кәрәк икәнен аңлайбыҙ, уларҙы йышыраҡ үткәрербеҙ, уңышлы эшҡыуарҙарҙы саҡырырбыҙ, сараның форматын да киңәйтербеҙ, – ти Нефтекама ҡалаһы “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Руслан Баянов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/924131#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас