“Таҙа һыу” федераль проекты буйынса Башҡортостанда 90 процент халыҡ сифатлы эсер һыу менән тәьмин ителгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу осоронда (2019 – 2024 йылдар) үҙәкләштерелгән системанан сифатлы эсер һыу менән халыҡты тәьмин итеү 3,3 процентҡа артҡан һәм 90,9 процентҡа еткән. Республикала 25 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлөп, эксплуатацияға тапшырылған.
“Таҙа һыу” федераль проекты буйынса йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса Башҡортостан Волга яны федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урында тора.
Бынан тыш, 2024 йылда коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланған. 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт буйынса саралар үткәрелгән.
2025 йылдан эсер һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү һәм йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаларына капиталь ремонт үткәреү буйынса саралар яңы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/922071#scroll.