Дүртөйлө районы уҡыусылары өсөн аккордеонда уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Исмәғил балалар сәнғәт мәктәбендә “Ғаилә” милли проектының “Пушкин картаһы” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә аккордеонда уйнау буйынса үткән оҫталыҡ дәресе йыйылыусыларҙы сихри музыка донъяһына саҡыра.
Ҡатнашыусылар аккордеон менән танышып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә уйнап ҡарай. Баян класы буйынса тәжрибәле уҡытыусы Елена Никонова тауыш сығарыу нескәлектәре менән таныштыра, ябай ғына күнекмәләр күрһәтә, уйнарға өйрәтә.
Педагог уң һәм һул клавиатура, регистрҙар һәм аккордеондың мөмкинлектәре, үҙенсәлектәре, башҡа уйын ҡоралдарынан айырмалыҡтары тураһында ентекләп һөйләй. Үҙенең мауығыуын ул башҡаларға ла еткерә алды һәм ижад, илһам донъяһына алып инде, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Был оҫталыҡ дәресе “Пушкин картаһы” проектының йәштәрҙең ижади потенциалын асыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итеүен күрһәткән матур өлгө булды”, – ти Елена Никонова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/924061#scroll.