Башҡортостанда алты поликлиникала төҙөлөш эштәре дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Медицина учреждениелары төҙөү “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау буйынса программаһы сиктәрендә алып барыла. Поликлиникалар Благовещенда, Яңауылда, Учалыла, Асҡарҙа, Асҡында, Баҡалыла төҙөлә.
Учалыла һәм Яңауылда көнөнә 200 һәм 150 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникалары һалына. Әле объекттарҙа эштәр бара.
Благовещенда ла поликлиниканың нигеҙен һалыу эштәре бара. Бынан тыш, йылылыҡ трассаһы, башҡа инфраструктура селтәрҙәре эшләнә.
Асҡарҙа ла балалар медицина учреждениеһы төҙөлә. Ул шулай уҡ көнөнә 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бинаның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә.
Асҡында һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлә.
Объекттарҙы 2025 йылдың аҙағына тиклем тапшырыу ҡаралған, тип хәбәр итә Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/922948#scroll.