Башҡортостанда 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 211, 5 саҡрым юл нормаға килтерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Туристик объекттарға алып барған юл участкалары норматив хәлгә килтерелде. Мәҫәлән, Благовещенск – Павловка трассаһының 12,7 саҡрымлыҡ өлөшө ремонтланды. Иң популяр туристик йүнәлеш булған Өфө – Инйәр – Белорет юлының 15 саҡрым өлөшө йүнәтелде. Ул Көньяҡ Урал тәбиғи ҡурсаулығына, Ирәкташҡа, “Абҙаҡ” тау саңғыһы курортына, Атыш шарлауығына алып бара, – ти Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
БР Юл һәм транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө юлдарында милли проект буйынса Интеллектуаль транспорт системаһы индерелә. 2022 йылдан Өфөлә 140 светофор объекты яңыртылған, юл саттарында 375 видеодетектор, 50 хәрәкәт көсөргәнешлеге иҫәпләү пункты, 2 мәғлүмәт таблоһы ҡуйылған, Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге булдырылған.
2025 йылда юлдарҙы йүнәтеү эше яңы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә дауам итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/920624#scroll.