+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
22 Ғинуар 2025, 07:18

Башҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталар

“Башҡортостан туңдырмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һуңғы йылдарҙа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталарБашҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталар
Башҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталар

“Башҡортостан туңдырмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һуңғы йылдарҙа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Рәсәйҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу дауам итә. Уның төп маҡсаттарының береһе булып агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу тора.

“Башҡортостан туңдырмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Нерал” компаниялар төркөмөнә инә)  һуңғы йылдарҙа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә. Тәбиғи һөттән етештерелгән һыуыҡ тәмлекәсте ҡояшлы Вьетнамдың да сауҙа нөктәләрендә табып була. Унда алты тонналыҡ туңдырма партияһы оҙатылған, БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Компанияла хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостан туңдырмаһы” хәҙер продукцияһын Евразия иҡтисади союзының (ЕАЭС) бөтә илдәренә лә ебәрә ала. Улар араһында Әзербайжан, Үзбәкстан бар, шулай уҡ Ҡытай һәм Тайланд короллеге баҙарына сығыу буйынса ла эштәр алып барыла.

Экспорт буйынса эштәр 2023 йылда башлана, башҡорт тәмлекәсе Ҡаҙағстанға сыға. Үткән йылда унда экспорт күләме 50 тоннаға тиклем арта, хеҙмәттәшлек әле лә дауам итә.

Башҡорт туңдырмаһы Мәскәүҙән Малиға, Бангкокҡа, Пхукетҡа рейстарҙа эконом һәм комфорт кластары менән осҡан пассажирҙарҙың менюһына ла индерелгән. Тиҙҙән ассортиментты арттырыу ҡарала.

“Башҡортостан туңдырмаһы” компанияһы 2020 йылдан яңы фабрика төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекты алып бара. Инвестиция күләме – 1,4 миллиард һум.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/920906#scroll.

Башҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталар
Башҡорт туңдырмаһын сит илдә лә яраталар
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас