+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Ғинуар 2025, 12:06

Баҡалы районында мобиль ФАП эшләй

Баҡалы район хәстәханаһына үткән йылдың декабрендә күсмә ФАП ҡайтарылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Баҡалы районында мобиль ФАП эшләйБаҡалы районында мобиль ФАП эшләй
Баҡалы районында мобиль ФАП эшләй

Баҡалы район хәстәханаһына үткән йылдың декабрендә күсмә ФАП ҡайтарылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2025 йылдан медицина учреждениеларын техника менән тәьмин итеү “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса бойомға ашырыла, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мобиль ФАП – ауыл ерендә йәшәгән кешеләргә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән күсмә фельдшер-акушер пункты. Ул кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған: артериаль ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, ҡанда гемоглобин кимәлен, глюкоза концентрацияһын үлсәү өсөн анализатор, автоматик дефибриллятор бар.  

Ғинуарҙың тәүге ике аҙнаһында күсмә ФАП өс тапҡыр ауылдарға сығып әйләнгән дә инде.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/919612#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас