2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса 94 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү ҡарала. Бының өсөн 1,2 миллиард һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Муниципаль райондарҙың административ үҙәктәрендә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Шуға бәйле финанслау тәртибе лә үҙгәрә: үткән йылда бөтә аҡсаның 70 проценты – ҡалаларға, ә 30 проценты ауылдарға бүленһә, 2025 йылда ҡалаларға – 56 проценты, ә ауылдарға 44 проценты йүнәлтеләсәк.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән объекттарҙы Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү сиктәрендә халыҡ үҙе һайлай. 2024 йылда биләмәләрҙе һайлауҙа 974 мең кеше ҡатнашҡан. Республика тауыш биреүселәр һаны буйынса алда бара.
2019 йылдан алып Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә. Был маҡсатҡа барыһы 8,2 миллиард һум аҡса тотонолған. Уның 90 процент самаһы – федераль ҡаҙнанан.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/920317#scroll.