Тәтешле районынан йәш эшҡыуар Азамат Әхмәтов Өфө – Пермь автотрассаһында юл буйы сервисы объекты асҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2023 йылда ул дәүләт ярҙамы тураһында һорауҙары менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Был форматтағы кәңәшмәләр хакимиәттә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” федераль проекты сиктәрендә аҙна һайын үткәрелеп тора, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Йүнсел Яңы Тәтешле ауылында буш торған ҡунаҡхана бинаһын һатып ала. Тиҙ арала уны реконструкциялай, кәрәкле йыһаздар ҡуя. 10 номерға иҫәпләнгән ҡунаҡханала тамаҡ ялғау урыны ла бар. Эргәлә генә шиномонтаж һәм тәгәрмәстәрҙе балансировкалау урыны булдырылған.
“2024 йылда кесе бизнесты үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә дәүләт ярҙамы алдым. Был аҡсаны проектты үҫтереүҙә тотондом: ҡунаҡхананы газ селтәренә тоташтырҙым, кухня йыһаздарын яңырттым. Киләсәктә бинаның фасадын йүнәтергә, тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндерергә иҫәп тотам”, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм пландары менән бүлешә Азамат Әхмәтов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/918462#scroll.